Й.6.01.17



Йырлай белгән һыр бирмәҫ

Яңы 2017 йыл матбуғат һөйөүсөләргә шатлыҡлы хәбәр алып килде: “Йәшлек”кә яҙылғандарҙың һаны 10 меңгә еткән! Был тармаҡта ғына түгел, Рәсәй йәмғиәтендә бындай үҫештең булғаны юҡ ине әле. Ауыл хужалығындағы 2-3 процент үҫеш өсөн бөтә донъяға яу һалып маҡтаналар. Ә бында 43 процент! Был хәл башҡорт телле генә түгел, тотош Башҡортостан һәм Рәсәй журналистикаһы өсөн бик һөйөнөслө яңылыҡ. 2016 йылдың икенсе ярты йыллығына ҡарағанда подписчиктарыбыҙҙың һаны 3 меңгә артҡан. Әлбиттә, үткән быуаттың 90-сы йылдарҙағы ҡырҡ меңлек тираж менән сағыштырып булмай. Әммә ике тиҫтә йыл буйына милли матбуғаттың юғалыуына алып барған ҡурҡыныс тенденция селпәрәмә килде.

Ошо ваҡыт эсендә мөхәррирҙәребеҙҙән нимә генә ишетергә тура килмәне. Кемдер халҡыбыҙҙы мәҙәниәткә, телгә битарафлыҡта ғәйепләп маташты, кемдер ғәйепте беҙҙең журналистарҙың кимәленең түбән булыуында күрҙе – йәнәһе, аналитика юҡ, кемдер, аҡса юҡлыҡҡа һылтанды, кемдер, был тенденция менән көрәшеүҙе ваҡытлы матбуғатты тауарға әйләндереп, уны ошо формала “һатырға маташыуҙа” күрҙе... Әйе, төрлө лоторея уйнатыу, подписчиктарҙы бүләкләү, агрессив реклама һ.б. – гәзит-журналдарҙы тауарға әйләндереү сараһы ғына булып тора. Тейешле әмәлен табып, халыҡҡа гәзитте бушлай таратып маташҡандары ла булды. Подписканы ташламалар менән ойоштороу ҙа ошо юҫыҡтан булдырылған саралыр. Хәйер, бөтә нәмәне тауарға әйләндерергә тырышыу матбуғат өсөн генә хас нәмә түгел. Ана, белем биреү, медицина, мәҙәниәт өлкәһендәге реформаларҙы ғына алып ҡарағыҙ барыһында ла ошо күренеш. Әммә алға китеү урынына тик аҫҡа ҡарай тәгәрәйбеҙ генә...Гәзит тә, түләүлә булыуан ҡарамаҫтан, тауар түгел. Ул – халыҡтың үҙенең проблемалары тураһында үҙенең һөйләшеү сараһы ғына. Уның биттәрендә редакция ошо халыҡсан, көнүҙәк нәмәлер тураһында һөйләшеү ойотора алһа, ул шул тиклем уҡымлы була: халыҡ был эш өсөн журналистар хеҙмәте өсөн түләргә әҙер. Уны бер мөхәррир һымаҡ “Тел бөтә, тип ҡысҡырыуы иң рәхәт ысул... Йәтеш, ҡайҙалыр, кемдер ғәйепле... Тик мин түгел... Сөнки туған телде кемдер ҡайҙалыр ҡотҡарыр әле... Филармонияға, театрға йөрөр, гәзит-журналдар алдырыр...” тигән матур һүҙҙәр менән үҙ халҡын ғәйепләүҙән баш тартты. Был булдыҡһыҙ ашнаҡсы үҙе бешергән бишбармаҡты ашарға теләмәгән ҡунаҡтарын “башҡорт ашынан өҫтөн тороуҙа, рухһыҙлыҡта” ғәйепләгән һымаҡ килеп сыға түгелме ни?

Тик һуңғы ваҡытта ғына халыҡтың аңына бының хата икәне әкренләп инә башланы. Рәсәйҙең яңы мәғариф министры Ольга Васильева туранан-тура был турала әйтте: халыҡҡа белем биреүҙе уны хеҙмәтләндереү менән тиңләргә ярамағанын аныҡ белгертте. Был ҡараштың – ғалимдар уны баҙар фундаментализмы тип атай хата икәнен халыҡ күптәнән күреп килде, тик дәүләт етәкселәре генә бынан баш тартырға ашыҡманы.

Ваҡытлы матбуғаттың кеше, йәмғиәт тормошондағы урынын яҡшы аңлаған баҫмалар ғына үҙ уҡыусыларын һаҡлап алып ҡалды, ҡайһы берҙәре – “Аргументы и факты”, “Московский комсомолец”, “Комсомольская правда” – тираждарын арттырып, прессаның “дүртенсе власть” икәнен иҫбатлай алды.

Күп йылдар беҙ үҙебеҙҙе халыҡтың матди хәле насар, уға гәзит-журналдар өсөн ниндәйҙер сумманы бүлеүе ауыр, тип ышандырып килдек. Баҡтиһәң, тираж был фактор менән бер нисек тә бәйләнмәгән булып сыҡты. Гәзиттең ҡиммәте уның хаҡында түгел. Хатта, киреһенсә булып сыҡты: халыҡтың көрсөк арҡаһында матди хәле һиҙелерлек кәмеүе уның яратҡан гәзитен мәнәсәбәтен ыңғай яҡҡа үҙгәртте. Тимәк, бында икенсе сәбәптәр ята. Әйтергә кәрәк, был юҫыҡтан башҡа баҫмаларға ҡарағанда “Йәшлек” үҙен тыныс тотто: халыҡты үҙ теленә, үҙ мәҙәниәтенә битарафлыҡта ғәйепләргә ашыҡманы. “Башҡортостанда шунса башҡорт теле уҡытыусыһы бар, һәр береһе гәзиткә яҙылһа, беҙҙең тираж артыр ине”, тип һуҡранманы, ыңғырашманы. Был йәһәттән мөхәрриәт ағзалары – Артур Дәүләтбәков, Әлфиә Хәмитова, Вадим Хәбиров – сағыштырмаса йәш булыуҙарына ҡарамаҫтан, мәҙәниәтле, тотанаҡлы булып сыҡтылар.

“Йәшлек”тең кроссворд-сканвордтарҙы даими сығарып килгәнендә лә был сәбәпте күргән кеше табылыр. Ысынлап та, “Башҡортостан” һәм “Киске Өфө” гәзиттәренең бынан баш тартыуы уларҙың ҡайһы бер уҡыусыларын беҙҙең гәзитте һайларға мәжбүр иткәндер. Әммә кроссвордтар сығарған икенсе баҫмаларға бының тәьҫире әллә ни һиҙелмәне. Кроссвордтар сисергә яратҡандар өсөн баҙарҙа рус телендә лә тейешле баҫмалар етәрлек. Киләсәктә кроссворд һөйөүселәр өсөн яҡшы тәҡдимдәр буласаҡ.

Бынан бер нисә йыл элек “Үлмәҫ элек ҡәбер ҡаҙымайыҡ” тигән мәҡәләм сыҡҡайны (“Йәшлек”, 22 февраль 2013 йыл). Унда ҡағыҙ баҫмалар урынына гәзит-журналдарҙың электрон вариант варианттары киләсәк тигән ҡарашты тәнҡитләп яҙғайным. Борсолоуым юҡҡа булғанын күреп ҡыуанғанымды белһәгеҙ ине! Интернетта баҫылған материалға ҡарағанда ҡағыҙҙағының өҫтөн икәнен ғалимдар ғына түгел, бына инде уҡыусыларыбыҙ ҙа иҫбатланы. Халыҡ виртуаль баҫмаларҙағы алдыҡтан, ялған хәбәрҙән тамам ялҡты шикелле. Хәйер, был йәһәттән дә “Йәшлек” гәзите үҙ өҫтөнлөгөн күрһәтте: уның электрон вариантын да халыҡ яратып уҡығанын йыл аҙағында яуланған наградаһы ла иҫбатланы. Был йәһәттән власть тарафынан ҡаралған саралар иртәрәк булып сыҡты. Ҡағыҙҙа сыҡҡан ваҡытлы матбуғатты ваҡытынан алда бөтөрөргә тырышыу ҙур хата буласаҡ. Журналист профессияһы яҡын киләсәктә бөтәсәк тигән фараздар ҙа буш булып сыҡты шикелле. Быны Баныу Ҡаһарманова, Алһыу Ишемғолова, Гөлдәр Ҡыуатованың көтөп алынған мәҡәләләре лә күрһәтә. Яҡшы журналист алтын менән бәрәбәр шул.

Алыҫ 2008 йылдың 29 ғинуарында “Йәшлек” биттәрендә уҡыусыбыҙ Хәлиҙә Сәфәрғәлинаның “Һеҙ байҙарға хеҙмәт итәһегеҙ” тигән үпкә һүҙе баҫылып сыҡҡайны. Башҡа баҫма булһа, был материал сыҡмаҫ ине. Әммә “Йәшлек” быны сығарырға ҡурҡманы, уҡыусыға ниндәйҙер яуап бирергә маташты. Был, баҡтиһәң, мөхәрриәттең бәлки үҙе лә аңлап етмәгән, башлыса тойомға нигеҙләнгән, сәйәсәте булған икән. Быға тиклем дә Артур Дәүләтбәков власть алдында ярамһаҡланыуҙы, уның йырын йырлауҙы хуп күрмәй торғайны, мин быны көндәлек тиерлек шаһит булараҡ раҫлайым. Дөрөҫөн әйткәндә, ысын власть булып текә кабинеттарҙа ултырған чиновниктар түгел, ә ябай халыҡ тора. Бына кемдең мәнфәғәтен яҡларға кәрәк, беҙҙә күп баҫмалар, иһә, бөгөн власть биләгән кешеләргә ярарға тырыша. Әйтергә кәрәк, “Йәшлек” быны яҡшы аңлай: һис тә ҡурҡып тормай, ҡыйыу материалдарҙы биреүҙән баш тартмай. Быны мин күп редакцияларҙың тупһаһын тапаған автор булараҡ яҡшы беләм.

Ошо туғыҙ йыл эсендә гәзит Хәлиҙә Сәфәрғәлинаға лайыҡлы яуап бирергә тырышты, уның ғәйепләүенең хата икәнен иҫбатларға тырышты. Бына ошо күҙгә күренеп бармаған эш үҙенең һөҙөмтәләрен бирҙе лә инде. Ошо йылдарҙа үҙенең биттәрендә бөгөнгө власть тарафынан эшләнгән хаталар тураһында халыҡ менән асыҡтан-асыҡ һөйләшеү – “Йәшлек”кә хас булды. Бында минең мәҡәләләремдә булған тәнҡит һүҙенә минең яҙмышым өсөн борсолған уҡыусыларыма рәхмәт һүҙемде еткерәм. Өфөнән Хәҙисә һәм Юлай Солтанбаевтар, Әбйәлил районы Ишкилде ауылынан Ҡотлобай Шәһивәлиев, Нуриман районы Иҫке Күл ауылынан Самат Зәйниев, Стәрлебаш районы Түбәнге Аллағыуат ауылынан Рафаил Ишһарин, Күгәрсен районы Хоҙайбирҙин ауылынан Салауат Сыңғыҙов ағайҙар, Йылайыр районы Бараҡал ауылынан Вәлимә апай Таһировалар форсат сыҡҡан һайын ҡеүәтләп, үҙ фекерен белдереп торорға тырыштылар. Автор өсөн уларҙың йылы һүҙен ишетеп тороу - баһалап бөткөһөҙ ҡиммәт.

Бөгөнгө Рәсәйҙә ябай халыҡ мәнфәғәтен яҡлаған Владимир Путиндан башҡа бер кеше лә ҡалманы. Хөкүмәттә лә, депутаттар араһында ла, судта ла халыҡ өсөн борсолған бер әҙәм дә юҡ. Был шарттарҙа башлыса ошо ябай халыҡ мәнфәғәтен ҡайғыртҡан берҙән-бер баҫма – “Йәшлек” гәзите ҡалды. Уның мөмкинлектәре сикләнеүенә ҡарамаҫтан (хәҙер айырым шәхестәрҙе тәнҡитләп булмай тиерлек), гәзитебеҙ халыҡты борсоған һорауҙарҙы даими яҡтыртып килә. Ул ҡайһы бер баҫмаларға хас ике йөҙлөлөктән дә азат. Публикаға дин, ғаилә, мәҙәниәт өсөн, эскелеккә ҡаршы, тип иғлан итеп, ғәмәлдә дингә, ғаиләгә, мәҙәниәтебеҙгә ҡаршы, эскелек менән көрәшеү урынына спиртлы эсемлектәрҙе йәшерен һатыуға булышлыҡ иткән баҫмаларҙың ысын йөҙө асыла бара. Ҡырын эштең яҙмышын асыҡлар өсөн ҡырҡ йыл көтөү кәрәкмәй хәҙер.

Халыҡ мәнфәғәтен яҡтыртҡан мәҡәлә урынына йәмғиәт ҡанундарына ҡаршы килгән провокацион материалдар бирергә яратҡан баҫмаларҙың да тиражы кәмеүе дауам итә. Йыры менән алдыра алмаған һыны менән алдырырға тырышыу был. Ҡайһы бер баҫмалар һымаҡ был эпатаж тигән алама нәмәне ҡулланыуҙы ла хуп күрмәй “Йәшлек”. Шуның арҡаһында ул башҡорт телендә сыҡҡан баҫмалар араһында иң ҙур тираж яулай алды ла инде. Әйтергә кәрәк, сирек быуат эсендә башҡорт телендәге баҫмалар араһында беренселекте бирмәгән гәзит коллективы дәүләт тарафынан тейешле баһа алырға хоҡуҡлылыр. Башҡа редакциялар үҙҙәренең журналистарына төрлө премиялар алып бирергә тырышып ятҡанда – был йыш ҡына лайыҡлы булып сыҡмай – “Йәшлек” редакцияһы үҙен тыйнаҡ, инсафлы тота. Был да халыҡ иғтибарынан ситтә ҡалмағандыр. Баҫма өсөн иң яҡшы награда – тираж. Башҡа бүләктәрҙе власть бирә, ә ул йыш ҡына хаталана, ә халыҡты алдап булмай.

Әлбиттә, редакцияның бөтә журналистары ла лайыҡлы кимәлдә эшләй алмай. Бәғзеләре редакция штатында тормаған авторҙан да һүлпәнерәк эшләй. 2016 йылда минең 17 мәҡәләм сыҡһа, бынан да әҙерәк яҙып, башҡалар менән тиң эш хаҡы алған журналистарҙың киләсәге тураһында уйларға кәрәктер. Бер яҡтан, уларҙың булыуы беҙҙең авторҙар өсөн отошло – улар өсөн баҫылырға мөмкинлектәр арта. Икенсе яҡтан, ҡәләм хаҡы ла тормаған гонорар илһамды киптерә, хатта ҡорота.

“Йәшлек”тең тағы ла үҙенсәлеге тураһында әйтеп китмәй булмай. Ул үҙенең уҡыусыһын дуҫ, иптәш итеп күрә, тиң ҡарай, ул уға “һин” тип һөйләшә. Редакцияға килгән һәр кеше менән аралашырға ваҡыт табырға тырыша, бәғзеләр һымаҡ өҫтән ҡарамай. Йәшерен-батырыны юҡ, үҙҙәрен халыҡҡа нотоҡ уҡыусы, төрлө өгөт-нәсихәт өйрәтеү хоҡуғы бар тип иҫәпләгән баҫмаларыбыҙ ҙа бар бит. Тормоштан алыҫ торған төрлө фәлсәфәүи фекерҙәрҙең халыҡҡа барып етмәүен аңламағас, был баҫмаларҙың тираждары бер кимәлдә тик тора. Административ ресурсты “егеп” кенә тиражды тотоу урынына баҫманың эстәлеге тураһында ҡайғыртыу өҫтөнөрәк. Был юҫыҡта ла “Йәшлек”тең район, ауыл хакимиәттәре менән “тығыҙ хеҙмәттәшлектәнситтә тороуын әйтмәй булмай.

Был йәһәттәг ваҡытлы матбуғатты ла халыҡты хеҙмәтләндереү тармағына әйләндереүселәр ҙә әҙ булманы. “һары” баҫмаларҙың, төрлө таблоидтарҙың таралыуы ла ошоноң эҙемтәһе булып тора. Яңы Рәсәйҙең сирек быуатлыҡ тарихында эҙһеҙ юғалған баҫмаларҙың иҫәбе-һаны юҡ. Кемдер быны баҙар иҡтисадына хас күренеш, тип ҡабул итә. Әммә был – ваҡытлы матбуғатты башлыса тауар тип ҡабул иткәндәр өсөн генәлер. Гәзит-журнал – халыҡтың асылын сағылдырған, уны борсоған көнүҙәк мәсьәләләрҙе уртаға һалып, уның менән бергә тикшерә торған мөнбәр ул. Бында гәзит сығарыусылыр менән уны уҡыусылар тиң хоҡуҡлы. Улар араһындағы мөнәсәбәтте һатыусы менән һатып алыусы, клиент менән хеҙмәтләндереүсе араһындағы хәлгә тиңләргә ярамай. Әгәр ҙә һәр яҡ үҙен өҫтөн күрә икән, бында һөйөүгә урын ҡалмай. Бында “Клиент һәр ваҡыт хаҡ” һәм “Үҙең дүрәк” тигән нәмәгә урын булырға тейеш түгел. Яҡшы гәзит – халыҡтың, милләттең үҙенең үҙе менән һөйләшеүе икәнен онотмаҫҡа ине. “Йәшлек” халыҡҡа, уның иғтабарына таянып эшләй. Редакция, мәжлестәге тамада һымаҡ: ул табын “юбиляры” – халыҡ – тураһында тик үҙе генә һөйләргә тейеш түгел. Был ҡыҙыҡ булмаҫ ине. Шунлыҡтан ул һөйләшеүгә бөтә халыҡты саҡыра: гәзит биттәрендә уның фекерле ағзаларына ла һүҙ бирә. Баҫма үҙе менән яҙышып торған әүҙем авторҙары менән ғорурлана ала: уларҙың яҙмалары гәзиттең эстәлеген биҙәй, йөкмәткеһен байыта.

Халыҡты борсоған көнүҙәк мәсьәләр ғүмерҙә лә бөтмәйәсәк, тимәк, гәзит-журналдар ҙа, журналистарыбыҙ ҙа йәмғиәт өсөн һәр ваҡыт кәрәк буласаҡ. Форсаттан файҙаланып “Йәшлек” журналистарын, уҡыусыларҙы ҙур еңеү менән ҡотлайым. Һеҙҙең күп булыуығыҙ беҙгә илһам өҫтәй, яңы бейеклектәр яуларға ҡанат ҡуя.

Илдар Ғәбитов

1 ғинуар 2017 йыл

 

Внимание, только СЕГОДНЯ!

Leave a Comment

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *